_а_ _м__е

06 марта 2017



 

Ҡаҙ өмәһе

“Сәләмәт ауыл “ конкурсы

Ҡаҙ өмәһе- борондан килгән йолаларҙың береһе.Ошо йолаға тоғро ҡалып Иҫке Балапан ауылында йәшәүсе Гибадатова Әлфиә Ғаззал ҡыҙыҠаҙ өмәһе үткәрергә ҡарар итте. Ул –ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә булып тора. Ауылдың активы менән кәңәшләшкәс, был идеяны бөтәһе лә хупланы һәм көнөн билдәләп тә ҡуйҙылар. 20 ноябрь- көҙгө көн булыуға ҡарамаҫтан, ҡышҡы көн кеүек. -32 градуслыҡ сатнама һыуығына ла ҡарап тормай, өмәселәр тиҙ арала йыйылды. Хужабикә йыл да ҡаҙҙар көтөп кенә ҡалмай.Уның ихатаһында ике тиҫтәгә яҡын эре баш мал, биш тиҫтәләп кәзә- һарыҡ, ике тиҫтә тауыҡ. Ә ҡаҙҙарҙы быйыл дүрт тиҫтә һатып ала, шуларҙың 38-ен бөгөн ҡаҙ өмәһенә ҡуя. Әлбиттә, шул тиклем хужалыҡты атҡарып сығарыуҙа уға ҡыҙы Азалия, кейәүе Наил булыша. Ә инде ҡаҙ бәпкәләрен әҙәм итеүгә 75 йәшлек әсәһе Мәхмүзә күп көс һала. Ниһайәт, ҡаҙҙар бысаҡланды. Өмәгә килгән апайҙарға эш башланды: берәүҙәре муйынын бәйләй, икенселәре ҡанаттарын ҡырҡа, өсөнсөләре ҡаҙҙарҙы үтекләй, дүртенселәре мамыҡтарын йолҡа. Ә Мәхмүзә әбей ейәнсәре Зилиә менән ҡауырһын йолҡоу эшенә тотондо. Егәрле апайҙарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Эшләп тә ултыралар, шул уҡ ваҡытта күңелле йырҙар йырлап, бер-береһенә таҡмаҡ сығарып ебәрәләр.

Сулпан апай ҡаҙ йолҡа,

Мамығы тула тоҡҡа.

Сулпан апай таҡмағына

Ҡаҙҙар ҙа тулап ҡуя.

Ҡаҙ өмәһенә иң беренселәрҙән булып Сулпан апай, Рәмзиә, Гөлшат апай, Әлмира килеп етте. Яйҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы-Хисаметдинова Миңзәлә, Рәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе –Үтәбаева Рәмилә, Рәхмәт мәктәбендә эшләп йөрөүсе туғаны Биккужина Айгөл дә “Ҡаҙ өмәһендә” ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙеләр һәм килеп тә еттеләр. Мамыҡтарҙан тауҙар хасил була. Йолҡолған ҡаҙҙарҙы кейәүе менән улы Венер өтөп тә ҡуйҙы.Һәм иң күңелле мәле: һыуға алып барып ҡаҙҙарҙы таҙартыу эше. Апайҙар матур итеп башҡорт кейемдәрен кейеп, көйәнтәгә ҡаҙҙарҙы элеп , һыуға барҙылар.Урам буйлап дәртле йырҙар йырлай-йырлай барғас , көндөң һыуыҡлығы ла беленмәне. Хужабикәнең ҡыҙҙары Юлиә, Ләлә,Айзилә әҙерләгән табынға килгәс тә апайҙар йырлашып, бейешеп алдылар.Әйтерһең дә, арымағандар. Рәмилә баянда һыҙҙырып уйнаны, шуны ғына көтөп торған апайҙар ырғып-төшөп бейеп алдылар.Эш бөттө, күңел көр. Һый-хөрмәттән һығылып торған өҫтәлдә ни генә юҡ: бишбармаҡ, тултырма, тертелдәк, бөйөрөк, пирог, компот, ҡайнатманың төрлөһө. Хужабикә эшселәренең эшенән ҡәнәғәтлеген белдереп һәр береһенә үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Өмәселәр хужабикәгә ҡаҙҙарҙы именлектә-һаулыҡта туғандар-дуҫтар менән бергә ашарға һәм киләһе йылда тағы ҡаҙ өмәһенә саҡырыуын теләп таралышты.

 


Комментарии

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.